«Зима 2025»

Конспект урока: Фразеологизмы

Тема: Б.Байым. Светофор. Фразеологизмдар.

Маҡсат: 1)Башҡорт телендә фразеологизмдар төшөнсәһен биреү, рус теле менән сағыштырырға өйрәтеү,Б.Байым шиғырының эстәлеген асыу;

2) һүҙлек байлығын арттырыу,тасуири уҡыу күнекмәһен, һөйләү телмәрен үҫтереү;

3) эштәрендә бөхтәлек, тырышлыҡ, тирә-йүнгә иғтибарлылыҡ тәрбиәләү.

Бурыстар:

  1. Юл йөрөү, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡабатлау.
  2. Башҡа предметтар менән бәйләнеш булдырыу.

Йыһазландырыу:

  1. Башҡорт теле.Усманова М.Ғ. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класы өсөн дәреслек. 3-сө баҫма. – Өфө: Китап, 2010.
  2. Компьютер, проектор, һүрәттәр,карточкалар, презентация, эш дәфтәре.
Олимпиады: Музыка 1 - 9 классы

Содержимое разработки



















































6-сы класс

Тема: Б.Байым. Светофор. Фразеологизмдар.

Маҡсат: 1)Башҡорт телендә фразеологизмдар төшөнсәһен биреү, рус теле менән сағыштырырға өйрәтеү,Б.Байым шиғырының эстәлеген асыу;

2) һүҙлек байлығын арттырыу,тасуири уҡыу күнекмәһен, һөйләү телмәрен үҫтереү;

3) эштәрендә бөхтәлек, тырышлыҡ, тирә-йүнгә иғтибарлылыҡ тәрбиәләү.

Бурыстар:

  1. Юл йөрөү, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡабатлау.

  2. Башҡа предметтар менән бәйләнеш булдырыу.

Йыһазландырыу:

  1. Башҡорт теле.Усманова М.Ғ.. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класы өсөн дәреслек. 3-сө баҫма. – Өфө: Китап, 2010.

  2. Компьютер, проектор, һүрәттәр,карточкалар, презентация, эш дәфтәре.


Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу.

Уҡыусыларҙы тәбрикләү һүҙҙәре.

Эшмәкәрлеккә аңлы ынтылыш тыуҙырыу.

  1. Артикуляцион күнегеү.

116-сы күнегеү, “Ҡарға” тиҙәйткесен тиҙ әйтеү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтеүгә иғтибар итеү. Тәржемә итеү.

2-се слайд

Ҡара ҡарға ҡунған ҡарға,

Ҡарға ҡунған аҡ ҡарға.

Шул ҡарғаны ҡарар өсөн

Ҡарға йыйылған ҡарға.

Шиғырҙан омонимдарҙы табыу, тәржемә итеү.

Омоним нимә ул? (Омонимдар – әйтелештәре, яҙылыштары бер төрлө, мәғәнәләре төрлө булған һүҙҙәр.) Үткән теманы ҡабатлау.

  1. Дәрес маҡсатын билдәләү.

Тиҙәйткесебеҙҙә ҡара ҡарға һәм аҡ ҡарға тиелгән. Ә тормошта аҡ ҡарға буламы? Ниндәй кешегә аҡ ҡарға тип әйтәләр?

Аҡ ҡарға ниндәй телмәр берәмегенә ҡарай?

Бөгөнгө дәресебеҙҙә башҡорт телендәге фразеологизмдар менән танышырбыҙ, уларҙы урынлы ҡулланырға өйрәнербеҙ, телмәребеҙҙе байытырбыҙ.

  1. Инеш әңгәмә.

Фразеологизмдар һүҙе һеҙгә танышмы? Рус теленән үттегеҙме? Фразеологизм тип нимәне әйтәләр?

(7-се слайд)

Ожегов һүҙлегендә былай тип әйтелгән:

  1. “Фразеология совокупность устойчивых оборотов речи и выражений, свойственных данному языку.

  2. Красивые, напыщенные фразы, скрывающие бедность и лживость содержания.

(Фразеологизм или фразеологическая единица- устойчивое по составу и структуре, лексически неделимое и целостное по значению словосочетание или предложение.)

  1. Проблемалы һорау ҡуйыу.

Беҙҙең китапта фразеологизмды нисек аңлатҡандар? 46-сы битте асығыҙ. Үҙ алдығыҙға уҡып сығығыҙ.

  1. Яңы тема аңлатыу.

  1. Фразеологизм ул – нығынған һүҙбәйләнеш тип яҙылған. Әйҙәгеҙ тикшереп ҡарайбыҙ. Бына ике һүҙбәйләнеш: аш һалыу һәм күҙ һалыу.(Таҡтала тикшереү)

Беренсе һүҙбәйләнештә аш һүҙен башҡа һүҙ менән алмаштырып буламы?

(икмәк һалыу, шәкәр һалыу, ит һалыу)

Һығымта беренсе һүҙбәйләнештәге аш һүҙен икенсе һүҙ менән алмаштырып була, мәғәнәһе үҙгәрмәй. Улар бер-береһенә ирекле.

Ирекле һүҙбәйләнештәр составына ингән һүҙҙәр үҙҙәренең төп мәғәнәһен һаҡлай, айырым төшөнсә белдерә. Ә күҙ һалыу нимәне аңлата?(ҡарау)

Күҙ һүҙен башҡа һүҙ менән алмаштырһаҡ, шул уҡ ҡарау мәғәнәһе ҡаламы?( Һаҡланмай, мәғәнәһе аңлашылмай)

Был һүҙбәйләнештәге һүҙҙәрҙе алмаштырып булмай, сөнки улар бер-береһенә бәйләнгән, нығынған. Улар – нығынған һүҙбәйләнештәр.

Нығынған һүҙбәйләнештәрҙең һөйләмдә, телмәрҙә роле ниндәй?

  1. Таҡта янында эш.(нығынған һүҙбәйләнештәр уҡыла, мәғәнәһе аңлатыла). Нығынған һүҙбәйләнештең бер-нисә һүҙҙән тороуына иғтибар итеү. (7-се слайд)

    баш ватыу

    уйлау

    түбәһе күккә тейеү

    шатланыу

    ҡара уй

    яуыз ниәт

    ең һыҙғанып

    тырышып

    ҡуян йөрәк

    ҡурҡаҡ

    ауыҙы ҡолағына еткән

    шат

  2. Был нығынған һүҙбәйләнештәрҙе ҡулланып дәфтәргә һөйләмдәр яҙығыҙ. Таҡтаға яҙыу, фразеологизмдың һөйләмдә урынына иғтибар итеү(Айрат күнегеүҙе эшләй алмай баш вата. Алинаның шатлығынан түбәһе күккә тейҙе. Эх һин, ҡуян йөрәк! Данилдың ауыҙы ҡолағына еткән. Уҡыусылар ең һыҙғанып эшкә тотондолар.)

Рефлексия

Бирелгән нығынған һүҙбәйләнештәр нисә һүҙҙән тора?(2-3)

Улар араһында башҡа һүҙҙәр ҡуйһаҡ, мәғәнәһе һаҡланамы?(юҡ)

Нығынған һүҙбәйләнештәр телмәр ағышында барлыҡҡа килә аламы?(Юҡ, улар телдәрҙә әҙер килеш ҡулланыла)

VII Яңы материалды нығытыу

Ҡағиҙәләге миҫалдарға русса оҡшаған фразеологизмдарҙы табайыҡ. (9-11-се слайдтар)

Кәкре ҡайынға терәтеү – обвести вокруг пальца

Танау күтәреү – задрать нос

Һыуҙы иләк менән ташыу – носить воду в решете

Ниндәй һығымта яһап була?

(Рус һәм башҡорт телдәрендә оҡшаш нығынған һүҙбәйләнештәр бар.)

4.Бирелгән нығынған һүҙбәйләнештәрҙе уҡығыҙ. (12-се слайд)

Мин математиканы биш бармағым кеүек беләм, - тип маҡтана Ринат.

Мин математиканы һыу кеүек эсәм, - тине Илшат.

Беренсе һөйләмдә Ринаттың ”биш бармағым кеүек беләм” тигәне, нимәне аңлата? “Һыу кеүек эсәм” ниндәй мәғәнәгә эйә?

Математиканы биш бармаҡты белгән кеүек йәки һыу кеүек эсеп буламы? Ошо нығынған һүҙбәйләнештәрҙе ҡулланыу беҙҙең фекеребеҙҙе көсәйтә, беҙ уйлағаныбыҙҙы образлы итеп әйтәбеҙ. Фразеологик берәмектәр(нығынған һүҙбәйләнештәр) телмәрҙе байытып, һүҙҙе йәнләндереп ебәрә.

VIII Ял минуты

IX Теманы нығытыу.

1. Хәҙер Бөрйән Байымдың “Светофор” тигән шиғырын уҡырбыҙ. Шунан һуң һеҙ миңә юл һүҙе менән бәйле нығынған һүҙбәйләнештәрҙе аңлатырһығыҙ.

Яңы һүҙҙәрҙе уҡыйыҡ: (13-сө слайд)

Иғтибар – внимание

Юл аша – через дорогу

Юл аръяғы – противоположная сторона дороги.

Һөйләмдәр төҙөгөҙ.


2.Тасуири уҡыу күнекмәһе.

3.Һорауҙарға яуап биреү.

Юлға сыҡҡан кешегә ни тип әйтәбеҙ?

Юлың уң булһын! Хәйерле юл!

Был ике теләкте нығынған һүҙбәйләнеш тип әйтә алабыҙмы?

4. Зиннур Ғәзиз улы Ураҡсиндың фразеологизмдар һүҙлегенән юл һүҙенә 4 нығынған һүҙбәйләнеш табып яҙығыҙ. 124-се күнегеү

(юл башлау, юлға арҡыры төшөү, юлдан яҙҙырыу, юлыңда бул, юлың уң булһын!)

Үҙегеҙ һайлаған нығынған һүҙбәйләнештәрҙе аңлатығыҙ.

  1. Йомғаҡлау. Рефлексия.

Дәрескә йомғаҡ яһап, нығынған һүҙбәйләнештәр тураһында белемдәрегеҙҙе тикшереп ҡарағыҙ.

(14-16-сы слайдтар)

1) Нығынған һүҙбәйләнештәр нисә мәғәнә белдерә ала?

а) бер, б) 3-4, в) белдермәй.

2) Нығынған һүҙбәйләнештәр һөйләмдә ниндәй роль уйнай?

а)һөйләмде образлы итә, телмәрҙе байыта,

б) бер ниндәй ҙә үҙгәреш юҡ,

в) фекерҙе үҙгәртә.

3) Нығынған һүҙбәйләнештәрҙең килеп сығышы:

а)фразеологик һүҙлектән,

б)халыҡ теле, халыҡ ижады,рус теленән ингән.

в)ғалимдар тарафынан махсус сығарылған.

(Дөрөҫ яуаптар күрһәтелә, тест тикшерелә)(17-19-сы слайдтар)

  1. Өй эше. (20-се слайд)

1.6 нығынған һүҙбәйләнеш табып яҙырға, мәғәнәһен аңлатырға.

2. 48-се биттәге нығынған һүҙбәйләнештәр менән һөйләмдәр төҙөргә.

  1. Баһалау

Бөгөнгө дәресте йомғаҡлап эшегеҙҙе баһалайыҡ. Кем үҙе тураһында “бик яҡшы эшләнем” – тип әйтә ала. Кемдең әҙерәк тырышлығы етмәне? Үҙегеҙгә ниндәй билдә ҡуярһығыҙ?

Афариндар. Дәрес бөттө, һау булығыҙ. (21-се слайд)



































6-сы класс

Тема: Бына ниндәй егеттәр бар. Антонимдар. Омонимдар.

Маҡсат: Антонимдарҙы, омонимдарҙы табырға, айырырға өйрәтеү, хикәйәнең эстәлеген асыу, телмәр үҫтереү.

Бурыстар:

  1. Уҡыусыларҙың белемдәрен нығытыу.

  2. Телмәр үҫтереү(һүҙлекте байытыу, аңлы уҡыу күнекмәһен үҫтереү).

  3. Батырлыҡ сифаты, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләрен еткереү.

  4. Башҡа предметтар менән бәйләнеш булдырыу.

Йыһазландырыу:

  1. Башҡорт теле.Усманова М.Ғ.. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класы өсөн дәреслек. 3-сө баҫма. – Өфө: Китап, 2010.

  2. Компьютер, проектор, һүрәттәр, презентация, эш дәфтәре.



Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу.

Уҡыусыларҙы тәбрикләү һүҙҙәре.

Эшмәкәрлеккә аңлы ынтылыш тыуҙырыу.

  1. Артикуляцион күнегеү.

1-се слайд.

Ҡаршылыҡ

Бөтә нәмә була ике яҡлы,

Ике яҡлы була ҡаршылыҡ.

Изгелеккә ҡаршы – яуызлыҡ,

Яманлыҡҡа ҡаршы – яҡшылыҡ.

(В.Әхмәҙиев)

Яуызлыҡ – злодеяние

Яҡшылыҡ – добро

Яманлыҡ – зло, злоба

Изгелек – милость.

(Все бывает двухсторонним,

У противоположности две стороны.

Против милости – злодеяние,

Против злобы – добро.)

Шиғырҙан өҙөктө тасуири, башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтеп уҡыу. Шиғырҙы тәржемә итеү. Изгелек – яуызлыҡ, яманлыҡ – яҡшылыҡ һүҙҙәренә иғтибар итеү. Был һүҙҙәрҙе нисек тип атайбыҙ?

  1. Дәрестең маҡсатын билдәләү.

Ошо шиғырҙан сығып бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһын әйтегеҙ.

( Кешегә хас сифаттар тураһында, антонимдар, омонимдар темалары)

  1. Үткән теманы ҡабатлау. Өйгә эште тикшереү.

Үткән дәрестә ниндәй тема үттек. Матур, һүҙҙәренә синонимдар әйттереү.

42-се бит, 107-се күнегеүҙең 5-се эше.

  1. Яңы тема.

Антонимдар, тип ҡапма-ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәргә әйтәбеҙ. Мәҫәлән:


























Получите свидетельство о публикации сразу после загрузки работы



Получите бесплатно свидетельство о публикации сразу после добавления разработки


Серия олимпиад «Зима 2025»



Комплекты учителю



Качественные видеоуроки, тесты и практикумы для вашей удобной работы

Подробнее

Вебинары для учителей



Бесплатное участие и возможность получить свидетельство об участии в вебинаре.


Подробнее